Ҡотоп йәйе. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡотоп йәйе

Ҡотоп йәйе


Ҡотоп йәйе
Ҡотоп йәйе - яҙмышыммы,
Маңлайыма яҙылғанмы
Иремәҫ тундра!
Күктә - шундай өлкән ҡояш,
Айҙар буйы һис байымаҫ -
Ә бит - туңдыра.
Ҡулҡайҙарым зәңкеп китә -
Күк тимерҙән һалҡын бөркә,
Ә ҡояш - яҡты.
Өшөгәнем-туңғанымды,
Йылы һүҙгә һыуһауымды
Йәшереп ялҡтым.
Күк тимерҙәй ҡарҙар һалҡын...
Бына ғына - ос та талпын -
Күктәрем яҡын.
Байый белмәҫ ҡояшымдан,
Йылыталмай бер башымды,
Ник килә һалҡын?
Күк тимерҙәй һалҡын ҡарҙың,
Мәңгелек туң йылғаларҙың
Юҡ йылыуҙары.
Өшөттөң дә, ҡотоп боҙо!
Йәйге йылы ай-йондоҙҙо
Юҡһыныуҙарым...


2012